Башҡортостандың Мишкә районында “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Бөрө йылғаһы аша күперҙе капиталь ремонтлау буйынса төп эштәр тамамланды. Күперҙәге хәрәкәт асыҡ. Уның оҙонлоғо 33 погон метрҙан ашыу тәшкил итә. 2023 йылда подрядсылар тимер-бетон конструкцияны йүнәткән, юл япмаһын яңыртҡан, яңы яндауыр һәм барьер ҡоймаларын монтажлаған. Был эштәргә 33 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. – Күпер Башҡортостан халҡы өсөн бик мөһим, ул Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлында урынлашҡан. Был йүнәлеш республиканың төньяҡ-көнсығышын үҙәк, шулай уҡ күрше төбәктәр, федераль трассалар, Силәбе һәм Свердловск өлкәләре менән тоташтырасаҡ, – тине Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Күперҙә ремонт эштәрен 2024 йылда тулыһынса тамамлау күҙаллана. Төҙөүсе һыу бүлеү, элемтә кабелен ҡайтанан ҡороу буйынса ҡалған эштәрҙе башҡарасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, 2023 йылда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Бәләбәй, Ғафури, Иглин, Белорет, Ҡы