Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Яңы йыл әкиәте” тарихҡа алып ҡайта...

Стәрлетамаҡ тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы коллективы педагог, коллекционер Лариса Улитина менән берлектә “Яңы йыл әкиәте” тигән күргәҙмә ойоштороп, ҡала халҡын хайран итте. Ғинуар аҙағына тиклем эшләйәсәк күргәҙмәлә нимә генә юҡ! Төрлө илдәрҙең, төрлө осорҙағы Ҡыш бабайҙар, Ҡарһылыуҙар экспозициялары, Яңы йыл открыткалары, битлектәр, ҡар бөртөктәре, ҡурсаҡтар, үткән быуаттың 50-60-сы йылдарында сығарылған почта конверттары – барыһы ла беҙҙе тарих төпкөлөнә алып ҡайта. Айырым экспозиция Башҡортостанда Яңы йыл үткәреүгә, милли костюмдарға һәм байрамды ҡаршылау традицияларына арналған. Бында балалар өсөн фото һәм уйын зоналары ойошторолған. Бик ҡыҙыҡлы, һирәк осрай торған экспонаттар менән танышырға мөмкин, сөнки уларҙың күбеһе алыҫта ҡалған тарихтың шаһиттары. Күргәҙмәгә килегеҙ, үкенмәҫһегеҙ! Фото: https://srgazeta.ru/articles/novosti-sterlitamaka/202..