Рөстәм Шаһыбаловтың ижады менән таныш булмаған кеше бик һирәктер. Моңло, мәғәнәле йырҙар башҡарыуы менән ул тамашасы күңелен күптән арбаны. Ә сәнғәткә һөйөү уға ата-әсәһенән күскән. Атаһы Садиҡ Шаһыбалов Әбйәлил районының Амангилде ауылында мәҙәниәт йорто директоры булып эшләне. Уның халыҡ йырҙарын бик оҫта башҡарыуы әле һаман күңелдә һаҡланып ҡалған. Ә әсәһе Рәйлә Исхаҡ ҡыҙы Амангилде урта мәктәбендә балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирҙе. Ул да сәнғәткә ғашиҡ ине. Шуға Рөстәмдең дә йырсы булып китеренә бер кем дә шикләнмәне. Бала сағынан ул сәхнәлә сығыш яһаны. Рөстәм Шаһыбалов башҡарған һәр йыр тамашасы күңеленә үтеп инә, һәр береһе моңло. “Йырҙарҙы башҡаса башҡара алмайым. Күңелемә ятмағандарын да йырлауы ауыр. Ундағы һүҙҙәр, фекерҙәр, уй-хистәр үҙемдекеләр менән тап килмәһә, уларҙы башҡарыуға тотонмайым. Юғиһә, тамашасы күңеленә еткереп булмаясаҡ. Тик ҡайһы берҙә сценарий буйынса ҡуйылған йырҙарҙы йырларға тура килде. Әммә уларҙы репертуарыма ала алманым”, - тип яуап биргән бер тапҡыр ул интервью һорауҙарын биргәндә. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Шаһыбалов халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында әүҙем ҡатнаша: “Ирәндек моңдары-99” конкурсында, башҡорт һәм татар йырын башҡарыусыларҙың “Дуҫлыҡ моңо-2002” фестивалендә – III дәрәжә диплом лауреаты, VI төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары-2002” конкурсында Гран-приға лайыҡ булған. Бынан тыш, ул Туймазы ҡалаһында уҙған “Оҙон көй-2002” башҡорт халыҡ йыры конкурсында III дәрәжә лауреаты, 2003 йылда Волгоградта III Бөтә Рәсәй йәштәр “Дельфий уйындары” ярышында I дәрәжә лауреат тип танылған, 2004 йылда Кишиневта БДБ илдәренең йәштәр “Дельфий уйындары”нда бронза миҙал яулаған. “Юлдаш-хит” фестивалендә уға "Юлдаш" радиоһының халыҡ артисы" тигән исем тапшырылды. Тамашасылар араһында ойошторолған тауыш биреү һөҙөмтәһендә тап Рөстәм Шаһыбалов иң күп тауыш йыйыуға һәм еңеүгә өлгәште. Рөстәм Шаһыбалов башҡорт эстрадаһында моңло тауышы менән лайыҡлы урынын тапҡан, тамашасыларҙың һөйөүен яулаған йырсы булып танылды, шулай уҡ уның халыҡ йырҙарына булған мөнәсәбәте, репертуарында уларға ҙур урын бүлеүе лә ихтирам-хөрмәткә лайыҡ. Йырсы – татыу ғаилә башлығы ла, улар тормош юлдашы Нурсилә менән Илдан һәм Илхан исемле улдар үҫтерә. Рөстәмде тыуған көнө менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Яңынан-яңы ҡаҙаныштар, ғаилә именлеге, һаулыҡ, илһамлы ижад, бәхет һәм уңыштар теләйбеҙ. Фото: Рөстәм Шаһыбаловтың шәхси архивынан.