Өфөгә ҡыҫҡа ваҡытлыса ялға махсус хәрби операция биләмәһенән “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре ялға ҡайтты. Улар әле яҡындары янында ял итә, шулай уҡ район хакимиәттәре башлыҡтары ла менән дә осрашыуҙарҙа ҡатнаша. Ялға ҡайтҡан яугирҙәрҙе Өфөлә Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле урынлашҡан Совет майҙанында ҡаршы алдылар. Шул саҡта улар менән "Республика Башкортостан" гәзите журналистары аралашып ҡалды. “Колибри» позывнойлы хәрби хеҙмәткәр медицина ротаһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа хеҙмәт итеүен һөйләне. Хәҙер улар Луганск Халыҡ Республикаһының баш ҡалаһында урынлашҡан. – Хәҙер беҙҙе хәрби госпиталь урынлашҡан Луганск ҡалаһына күсерҙеләр. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының хәрбиҙәргә ярҙам итергә тигән бойороғо килгәс, шунда уҡ үҙ теләгем менән барырға ҡарар иттем. Ковид госпиталдә лә эшләнем. Туғандарым минең кешеләргә медицина ярҙамы талап ителгән урында булырға тейешлегемде аңлап ҡабул итте, – тине ҡатын. Республика Башлығының хәрбиҙәр менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Алик