Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Ул унда социаль өлкәгә, балалыҡты һәм ғаиләне яҡлауға ҙур иғтибар бүлде. – Социаль өлкә – кешеләр өсөн иң яҡын һәм мөһим тема. Һәм, әлбиттә, тәү сиратта демография. Киләһе йылды ил Президенты Ғаилә йылы тип иғлан итте. Был йәнә бер тапҡыр ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, ғаиләгә, әсәлеккә, аталыҡҡа һәм балалыҡҡа ярҙам итеү – беҙҙең үҙгәрешһеҙ өҫтөнлөктәребеҙ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала, – тине ул. – 10 йыл эсендә Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр һаны дүрттән бер өлөшкә – 59 меңгә тиклем артҡан. Уларҙың иҫәбе буйынса беҙ – Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә етенсе. Тыуым кимәле беҙҙә ил һәм округ буйынса уртаса алғанда юғарыраҡ. 230 меңдән ашыу балалы ғаилә льготалар менән файҙалана. Радий Фәрит улы һаулыҡ һаҡлау системаһына ла туҡталды. Башҡортостанда тармаҡты яңыртыу буйынса эш дауам итә. Был туранан-тура күп кенә сирҙәрҙән, тәү сиратта, йөрәк-ҡан тамырҙары