Найти в Дзене

Ҡарабойҙайҙы төрлө сирҙәрҙән һөҙөмтәле ҡулланалар

Мәҫәлән, ҡандағы гемоглобин кимәлен күтәреү өсөн ҡулланабыҙ. Табала ҡыҙҙырылған ярманы кофемолкала порошокка әйләндерәбеҙ. Шуны көнөнә 4-5 тапҡыр ике ҡалаҡлап йылы һөт менән ҡабул итергә кәрәк. Тән бешкәндә һарғылт төҫкө ингәнсе ҡыҙҙырылған ҡарабойҙай онон ҡулланырға мөмкин. Уға һыу ҡушып, бутҡа хәленә килгәс, янған тирегә һөртәбеҙ. Фурункул йә башҡа төрлө тире ялҡынһынғанда тағы порошогы ярҙамға килә. Ҡарабойҙай ярмаһын ҡыҙҙырғас, кофемолкала ваҡлайбыҙ һәм һыу ҡатыштырабыҙ. Йәбешкәк масса килеп сыға. Боҙолған тирегә 15-20 минутҡа шуны һылайбыҙ. Ҡарабойҙай аяҡ шешенгәндә һәм мускулдар тартышҡанда ла файҙа килтерә. Ярманы йыуып, киптереп кофемолкала онтайбыҙ. Көн һайын берәр ҡалаҡ ҡабабыҙ. Йотоуы еңел булһын тиһәгеҙ, аҙағынан йылы һөт йә һыу йотоп ҡуйығыҙ.