Бөгөн Өфөлә "Киң мәғлүмәт сараларындағы финанс мәҙәниәте" тип аталған сара үткәрелде. Журналистар өсөн интенсив кимәлендәге был дәресте Башҡортостандың Финанс тикшеренеүҙәре үҙәге ойошторҙо. Интенсивты Финанс тикшеренеүҙәре үҙәге директоры Евгений Декатов асты. Ошо Үҙәктең финанс грамоталылығы департаменты директоры Гөлназ Әбүзәрова, уның урынбаҫары Светлана Вәлиева, “Росреестр”ҙың бүлек етәксеһе Динара Мәһәҙиева Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтар – блогер-миллионник Ксения Падерина менән "Заемсылар хоҡуғы өсөн" фонды директоры урынбаҫары, финанс бурҙарын фашлауҙы маҡсат итеп ҡуйған “Мошеловка” проекты авторы Алла Храпунова, Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ғаилә бюджетын нисек тотоноуҙары буйынса үткәрелгән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе, алған кредит һәм башҡа бурыстарҙан тиҙерәк ҡотолоу юлдары, ялған рекламаларға ышанмаҫҡа кәрәклеге һәм башҡа финанс мәсьәләләре тураһында һөйләне. Халыҡтың банк иҫәптәренән миллиардлап (!) аҡса урлаусы финанс бурҙарының эш схемаһы, быға нисек ҡаршы торорға мөмкин икән