Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе һәр ваҡыт ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан ваҡиға. Унан һуң күп фекерҙәр барлыҡҡа килә. Үҙ фекере менән беҙҙең гәзиткә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе Зөлфиә Ғайсина уртаҡлашты. – Республиканың ҡаҙаныштары асыҡ күренә – федераль рейтингтарҙа төбәк үҫешенең ыңғай динамикаһы билдәләнә, федераль саралар һәм инвестициялар күләме күп тапҡырға артты, социаль мәсьәләләр хәл ителә һәм махсус хәрби операцияға ҙур ресурстар ярҙамы күрһәтелә. Намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргән граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса ҙур эш башҡарылған: 2018 йылдың аҙағына иҫәпләнгән 10000 ғаиләнән 2023 йылдың аҙағына алданған өлөшсөләр һаны 1500-гә тиклем кәмегән, һәм уларҙың хоҡуҡтарын 2023 йылдың декабрь аҙағына тиклем тергеҙеү күҙаллана. Алдағы йылға өс ҙур бурыс блогы билдәләнгән: МХО маҡсаттарына өлгәшеү буйынса әүҙем эш; ветерандар, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре менән эшләү; төбәкте һәм илде үҫтереү буйынса ғәмәлгә ашырылған программаларҙы дауам итеү, шулай уҡ булған бөтә потенциалды файҙаланыу һәм мөмкинлектәрҙе киңәйтеү өсөн яңыларын булдырыу. 2024 йыл һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылы тип иғлан ителде, ә барыбыҙҙы ла, Башҡортостан халҡын, Рәсәй Президентын һайлау, Республика Башлығын һайлау, Өфөнөң 450 йыллығы, Рәсәй-Ҡаҙағстан юбилей форумы, ҙур спорт саралары көтә. Владимир Путиндың йөкләмәләрен иҫәпкә алып, үҙ сәнәғәт потенциалыбыҙҙы нығытыу буйынса мегапроекттарҙы үҫтереүҙе, ауыл хужалығы тауарҙарынан юғары технологик ҡорамалдарға тиклем үҙ продукциябыҙҙы етештереүҙе дауам итәсәкбеҙ. Ауыл хужалығы етештереүселәренә льготалы һалым һалыу, кредитлау, субсидиялау ярҙамы көтөлә. Кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү маҡсатында уҡыу йорттарында эшсе һөнәрҙәргә уҡытыу буйынса бюджет урындары һаны арттырыласаҡ, шулай уҡ булған 10 уҡытыу кластерына тағы бишәү өҫтәләсәк. Инфраструктураны үҫтереүгә, шул иҫәптән юлдарҙы ремонтлауға айырым иғтибар бүленәсәк, “Башҡорт йорттары” яңы программаһы аша шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә ярҙам күрһәтеләсәк, ауыл ерендә йәшәгән медицина хеҙмәткәрҙәрен өҫтәмә субсидиялау һәм финанслау ҡарала. Миңә Башҡортостан Башлығы ҡарамағында кеше хоҡуҡтары буйынса Совет рәйесе һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булараҡ, төбәк власть органдарының тыуған төйәгебеҙҙә йәшәүсе һәр кешене борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә иғтибар йүнәлтеүе, Башҡортостан халҡының йәшәү сифатын яҡшыртыу идара итеү командаһы өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш булыуы бик мөһим. Фото: "Башинформ".