Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Иң беренсе уңайлы ҡала булайыҡ!

Киләһе йыл Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә хәстәрлек күрһәтеү йылы тип иғлан ителде. Был турала үҙенең Мөрәжәғәтнамәһе барышында Башҡоростан Башлығы Радий Хәбиров иғлан итте. Ошо хаҡта үҙ фекере менән йәмәғәт эшмәкәре, билдәле блогер Рөстәм Нәбиев уртаҡлашты. – Был бик яҡшы яңылыҡ. Бынан ары инвалид кешеләргә, уңайлы мөхиткә тейешле иғтибар бүлеүҙәренә шатмын (бик күп кенә кешеләр үҙҙәренең фатирҙарынан да сыға алмай). Күптән түгел Бәләбәй ҡалаһында ошондай проблеманы хәл итергә мөмкинлек биргән проектты ғәмәлгә ашырҙым. Республикабыҙ сиктәрендә был проектты субсидиялау, уларҙы йәмғиәттә социалләштереү, эшкә урынлаштырыу тураһында ошондай тәҡдим менән сыҡтым – сөнки дөйөм һандан яҡынса 35-40 проценты эшкә һәләтле булып тора. Уларға эшкә урынлашырға ярҙам итеү яҡшы булыр ине. Әле махсус хәрби операция зонаһынан бик күп төрлө йәрәхәттәр алған кешеләр ҡайта. Был меңләгән кеше. Хәрби госпиталдәрҙә булдым һәм үҙ күҙҙәрем менән күрҙем – имгәнгән кешеләр бик күп. Уларға ғәҙәти тормошҡа ҡайтырға ярҙам итергә кәрәк, ташлап ҡуйырға, оноторға ярамай. Иң мөһиме, быларҙың барыһы ла матур һүҙҙәр булып ҡалмаһын, ә реаль эштәр һәм һөҙөмтәләр менән нығытылһын ине. Мин үҙем инвалид коляскаһында 1-се төркөм инвалиды булған кеше булараҡ был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә шат буласаҡмын. Кем белә, бәлки, беҙ илебеҙҙә иң беренсе инвалидтар өсөн уңайлы ҡалаға әйләнербеҙ? Фото: социаль селтәрҙәр.