Ауырғазы районының Нағаҙаҡ ауыл советы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн Яңы йыл бүләктәре әҙерләне. Ҡырҡтан ашыу ҡапҡа аҙыҡ-түлек, йылы кейем-һалым, гигиена саралары һалынған. Яҡташтарының байрам кәйефен күтәреү өсөн ауылдаштар тыуған яҡ күстәнәстәрен дә әҙерләгән, тип яҙа “Аургазинские вести”. Тәм-томы ла, ҡаҙылыҡ, салоһы ла бар. “Салауат” крәҫтиән-фермер хужалығы көнбағыш майы һәм ярмалар тапшырған. Бынан тыш, ауыл халҡы яҡташтары өсөн ҙур ғына суммала аҡса ла йыйып биргән. Өлкәндәр генә түгел, йәштәр ҙә, үҫмерҙәр ҙә гуманитар ылау туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, Төрөмбәт һәм Степановка мәктәптәре уҡыусылары окоп шәмдәре эшләгән. Яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн райондаштарҙың тупланыуы, бер-береһен аңлап эш итеүе һөйөндөрә. Фото: https://vk.com/aur_vesti