Шаҡмаҡлап бешерелгән был эре һалманы һәр төбәктә төрлөсә атайҙар. Әсәйем “ҡаҙаҡ һалмаһы” тиер ине. Уның өйрәтеүе буйынса, беҙ был аш-һыуҙы әле лә әҙерләйбеҙ. Ризыҡ һимеҙ йылҡы йәки ҡош итенән әҙерләнә. Ул өс өлөштән тора: ит, һалма, һурпа. Ғәҙәттә, тоҙлоҡло ит бешергәндә әрселмәгән бер һуғанды ҡабығы менән төшөрөргә кәрәк. Шулай иткәндә, ит тәмлерәк, һурпа үтә күренмәле була. Ит бешеп сыҡҡас, тәүҙә һурпаның тоҙлоғон һөҙөп алабыҙ. Итен алып, һыуытырға ҡуябыҙ, ҡалған һурпаны һөҙөп, әҙерләп ҡуйырға кәрәк. Хәҙер һалма йәйергә тотонабыҙ. Әсәйем бер йомортҡа һытып, тоҙлоҡһоҙ һурпаны аҙығыраҡ ҡушып баҫа торғайны. Һалманы бик йоҡо итеп йәйергә кәрәк. Йәйеп бөткәс, уны саҡ ҡына ваҡытҡа таҙа сепрәккә һалабыҙ, ул бер аҙ “тын алып", кибергә тейеш. Шул арала иттәрҙе турарға кәрәк булыр. Киҫәк итте шаҡмаҡлап, һуғанды ярым түңәрәк формаһында бик йоҡа киҫергә кәрәк. Артабан һалманы кәстрүлгә ҡарап (ҙур һәм аҫты йәйенке булғандыр яҡшыраҡ) 4-5 өлөшкә бүлеп, тоҙлоғо ҡушылған ҡайнап торған һурпаға төшәр