Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һандар быйыл да ҡыуандыра

Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 2023 йылдың ғинуар-ноябрендә 2,79 миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 4 процентҡа күберәк. Быйыл ноябрҙә төбәктә 188,2 мең квадрат метр торлаҡ майҙаны сафҡа индерелгән. – Бөгөнгө көнгә бер нисә федераль программа, шул иҫәптән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған инженер инфраструктураһы объекттары беҙгә быйылғы йыл йомғаҡтары буйынса 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡты сафҡа индереү күләме кимәленә сығырға мөмкинлек бирәсәк. Был киләһе йылдарға торлаҡ төҙөлөшө перспективаларын асасаҡ, – тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Ғинуар-ноябрь айҙарында республика халҡы дөйөм майҙаны 1,84 миллион квадрат метрлыҡ йорт һалған (2022 йылдың ғинуар-ноябренә ҡарағанда 1 процентҡа күберәк). Был дөйөм майҙандың 65,9 проценты. “Дөйөм алғанда 11 ай йомғаҡтары буйынса республиканың төҙөлөш комплексы яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Беҙҙең бурыс – йылды уҙған йыл кимәленән кәм булмаған күрһәткестәр менән тамамлау”, - тип билдәләне БР төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, торлаҡты сафҡа индереү күрһәткесе буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында 8-се, Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында 2-се урынды биләй. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.