Найти тему
Башҡортостан гәзите

Дәүләкәндәр йәнә еңеп ҡайтты

“Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә 2023 йылдың 14 декабренән 16-һына тиклем Өфөлә XIX Халыҡ-ара һуғыш сәнғәте спартакиадаһы сиктәрендә ҡул һуғышы буйынса халыҡ-ара турнир уҙҙы. Турнирҙа 180-дән ашыу спортсы ҡатнашты, улар араһында Дәүләкән спортсылары – “Көмбәҙ” хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре лә бар. XIX Халыҡ-ара һуғыш сәнғәте спартакиадаһы - төрлө көрәш вәкилдәренең ғәйәт ҙур слеты ул. Иң көслө исеменә Рәсәй Федерацияһының 60 төбәгенән биш мең самаһы спортсы, шулай уҡ сит ил вәкилдәре көс һынашты. Бәйгеселәр 30 спорт төрөндә – Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгенең 20 майҙансығында рингтарҙа, көрәш келәмдәрендә, татами, октагондарҙа көс һынашты. Көсөргәнешле көрәш йомғаҡтары буйынса Дәүләкән районы курсанттары лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәтте. Улар иҫәбендә – бер беренсе урын, өс икенсе һәм дүрт өсөнсө урын. Тағы ла өс тәрбиәләнеүсе спартакиаданың фестиваль программаһында ҡатнашты һәм беренсе, өсөнсө урындар яуланы. Дәүләкән спортсыларының тренеры Андрей Дитрих. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Дәүләкән районы хакимиәте.