“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Бишбүләк районының Дүсән ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Заманса бина бөтә стандарттарға ярашлы йыһазландырылған, коммуникациялар үткәрелгән, һалҡын һәм ҡайнар һыу, электр уты бар. Шулай уҡ аҙ хәрәкәтләнеүсән кешеләр өсөн асыҡ мөхит булдырылған. Яңы ФАПта Дүсән һәм Боголюбовка ауылдары халҡы хеҙмәтләндереләсәк. Ауылдаштар бында диспансерлаштырыу үтә, вакцина яһата, тәүге медицина- санитар ярҙам аласаҡ. Сирҙәрҙе иртә осорҙа асыҡлау хәүефле сирҙәргә ҡаршы көрәштә төп ҡорал, тип иҫәпләй табиптар. Фельдшер-акушерлыҡ пунктына юғары тиҙлекле интернет үткәрелгән. Республика һәм район табиптары менән телемедицина консультациялары үткәреү мөмкинлеге бар. – Заманса фельдшер-акушерлыҡ пунктында ике йөҙҙән ашыу кеше тәүге медицина ярҙамын аласаҡ. Бина уңайлы, яҡты һәм иркен. Эш өсөн бөтә шарттар бар, – ти мобиль пункт мөдире Велэра Гәрәева. – Яңы йылға бик яҡшы бүләк булды яҡташтарым өсөн. Рәсәй Презид