Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 2-се гимназияның 7-се класс уҡыусыһы Алиса Калюжная Бөтә Рәсәй халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең ядро энергияһына арналған заманса комплексында иң юғары балл йыйып, ышаныслы рәүештә еңеү яуланы. Уҡытыусыһы Лидия Селиверстова менән даими шөғөлләнеү үҙ емештәрен биргән. Интеллектуаль уйын бер нисә тематик раундтан торған, ә һорауҙар атом технологиялары һәм фәнгә генә ҡағылмаған, ә сәнғәт һәм мәҙәниәт буйынса байтаҡ һорауҙарҙы эсенә алған. Хәҙер Алиса уҡытыусыһы менән йәй еткәс Төньяҡ полюсҡа экспедицияға барасаҡ. Бына шундай һәләтле ҡыҙҙарҙы тәрбиәләй гимназия уҡытыусылары. Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се гимназия сайты.