Благовар районында йәшәгән һигеҙ бала атаһы үҙ ирке менән махсус хәрби операция зонаһына йүнәлгән. “Тарзан” позывнойлы ирҙең ҡурҡыу белмәҫ яугир икәнлеген яҡташтары күптән белә. Ул Ватанды һаҡлау хеҙмәтенә һәм ауыр һынауҙарға өйрәнгән, тип яҙа “Благоварские вести”. Ун йылдан ашыу милицияла эшләү, Тажикстанда “ҡыҙыу нөктәлә” хеҙмәт итеү тормош юлында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған. – Яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшергә өйрәнгәнмен. Ун йыл милицияла хеҙмәт иттем, күҙ алдына килтермәгән һынауҙарҙы үттем. Быныһында ла бирешмәм, – ти яугир. Батыр ир-егеткә һаулыҡ, именлек, балалары эргәһенә тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: “Благоварские вести”.