18 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу тикшерелде. Вице-премьер – финанс министры Лира Иғтисамова ярҙам йүнәлештәре хаҡында ентекләп һөйләне. Республикала бөтәһе 39 сара ғәмәлдә. Ғаиләләргә комплекслы ярҙам күрһәтелә, шул уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына ярҙам итеүгә айырым иғтибар бүленә. 2023 йылдың 18 декабренә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең 3,7 мең балаһы бушлай балалар баҡсаһына, ә 3,3 мең бала түңәрәктәргә йөрөй. Бынан тыш, 5 - 11-се кластарҙағы 4,7 мең уҡыусы һәм колледждарҙа белем алған 883 студент бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителә. Шулай уҡ 23 йәшкә тиклемге уҡыусылар һәм студенттар йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй ала. 5,8 мең кеше ошо хоҡуҡ менән файҙаланған. 1300 МХО-ла ҡатнашыусы һәм уларҙың ғаилә ағзалары Башҡортостандың санатор-курорт ойошмаларында булды. 1 145 ғаилә йорттарға йылы биреү өсөн льготалы ставкалар буйынса утын алды. 21 меңдән ашыу кеше мәҙәниәт учреждениеларында сараларҙа ҡатнашты. Башҡортостан вице-премьеры - финанс министры Лира Иғтисамова һүҙҙәренсә, МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә консультация һәм психологик ярҙам күрһәтелә. Медицина ойошмаларында 1,2 меңдән ашыу кеше ошондай ярҙам алған. “Беҙ бергә” федераль проектының төбәк штабы ирекмәндәре лә ярҙам күрһәтә. – Ашығыс психологик ярҙам линияһы тәүлек әйләнәһенә эшләй. Шулай уҡ көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар килтереүҙә ярҙам ойошторҙоҡ, – тип билдәләне Лира Иғтисамова. – Ирекмәндәр 4 меңгә яҡын ғаризаны эшкәрткән дә инде. Вице-премьер - финанс министры “Ғаилә” республика ресурс үҙәге эше тураһында ла һөйләне. Уның белгестәре 4,4 мең ғаиләне урап сыҡҡан, төрлө ярҙам сараларын күрһәтеү мәсьәләләре буйынса 10 меңдән ашыу консультация биргән. Ярҙам һорап “Ғаилә” үҙәктәренең берҙәм телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8-800-347-5000. Линия эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем республиканың барлыҡ биләмәһендә аноним рәүештә һәм бушлай эшләй. Лира Иғтисамова “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондының төбәк филиалы һәм социаль координаторҙар эшенең әһәмиәтен билдәләне. Республикала уларҙың һаны, республиканың барлыҡ муниципалитеттарын үҙ эсенә алып, 40-тан 97 кешегә тиклем артҡан. – Асылғандан алып “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалына 9 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт итте, 14 меңдән ашыу мөрәжәғәт килде, уларҙың 13 меңе хәл ителде, - тип һөйләне Лира Иғтисамова. - Халыҡҡа мәғлүмәт биреү өсөн “Ярҙам поезы” акцияһы ойошторолдо, ул 2024 йылдың февраленә тиклем дауам итә. Башҡортостан Башлығы муниципалитеттарға хәрбиҙәр, уларҙың туғандары һәм яҡындары менән үҙ-ара эш иткән өсөн рәхмәт белдерҙе. - Был бик мөһим эш, уны башкөллө һәм күңел биреп башҡарырға кәрәк, - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. - Яңы йыл байрамдары алдынан беҙҙең алда махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына айырыуса иғтибар бүлеү, уларҙы хәстәрлек менән уратып алыу, улар өсөн байрам мөхите булдырыу бурысы тора. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.