Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

50 мең бала ҡатнашты

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә “Мәктәп туризмы” программаһының тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләшеү булды. Доклад менән республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов сығыш яһаны. Башҡортостан Республикаһы ике йыл дауамында “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектының бер сараһы булған мәктәп туризмы проектын тормошҡа ашыра. Уның төп маҡсаты – балалар өсөн сәйәхәт итеү мөмкинлектәрен киңәйтеү, уларҙы тыуған яҡ менән яҡыныраҡ таныштырыу. – Проектта илле меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Рәсәйҙең проектта ҡатнашҡан 29 төбәге араһында Башҡортостан ҡатнашыусылар һаны һәм федераль сараларҙы йәлеп итеү буйынса икенсе урында тора. Был йылда программа 20 ноябрҙә тамамланды. Федераль сығымдарҙың тулыһынса һәм үҙ ваҡытында үҙләштерелеүе тәьмин ителде. Республика буйлап сәйәхәт итеүҙә бөтә райондарҙан балалар ҡатнашты. Уларҙың күбеһе бындай сәйәхәттә тәүге тапҡыр, – тине министр. Программала күп балалы әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың б

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә “Мәктәп туризмы” программаһының тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләшеү булды. Доклад менән республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов сығыш яһаны. Башҡортостан Республикаһы ике йыл дауамында “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектының бер сараһы булған мәктәп туризмы проектын тормошҡа ашыра. Уның төп маҡсаты – балалар өсөн сәйәхәт итеү мөмкинлектәрен киңәйтеү, уларҙы тыуған яҡ менән яҡыныраҡ таныштырыу. – Проектта илле меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Рәсәйҙең проектта ҡатнашҡан 29 төбәге араһында Башҡортостан ҡатнашыусылар һаны һәм федераль сараларҙы йәлеп итеү буйынса икенсе урында тора. Был йылда программа 20 ноябрҙә тамамланды. Федераль сығымдарҙың тулыһынса һәм үҙ ваҡытында үҙләштерелеүе тәьмин ителде. Республика буйлап сәйәхәт итеүҙә бөтә райондарҙан балалар ҡатнашты. Уларҙың күбеһе бындай сәйәхәттә тәүге тапҡыр, – тине министр. Программала күп балалы әҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, уҡыуҙа, спортта, ижад өлкәһендә ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусылар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булған балалар ҡатнаша. Быйыл программала тәүге тапҡыр Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан үҫмерҙәр ҡатнашҡан. Экскурсия турҙары уҡыусыларҙың, уларҙың ата-әсәләренең һәм педагогтарҙың теләген иҫәпкә алып ойошторолдо. Программа балалар туризмы йүнәлешендә иң популяр урындарҙы билдәләргә мөмкинлек бирә. Улар араһынан Красный Ключ сығанағын, Торатау шиханын, Воскресенка заводы арт-үҙәген, Бөрө ҡалаһын, Белорет һәм Әбйәлил райондары тәбиғәтенә бәйле күренекле урындарҙы билдәләргә мөмкин. Баш ҡалабыҙҙа – Өфөлә 19 меңгә яҡын уҡыусы булған, был дөйөм һандың яртыһы тиерлек. Һәр тур билдәле урындарҙа булыуҙы ғына үҙ эсенә алмай. Улар сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре, ярыштар, төрлө викториналар ҙа ҡаралған. Патриотик һәм профориентация йүнәлешендәге турҙар, Башҡортостан халыҡтарының тарихы, мәҙәниәте һәм традициялары менән яҡындан танышырға мөмкинлек биргән этнотурҙар бик популяр. Сәфәрҙәрҙе ойоштороуҙа ата-әсәләр әүҙем ҡатнаша. Был иһә ғаилә менән мәктәп араһындағы бәйләнеште нығыта. Мәктәп туризмы программаһы юғары социаль әһәмиәткә генә эйә түгел, ул республиканың дөйөм туризм тармағы үҫешенә лә ҙур йоғонто яһай. – Программаны тормошҡа ашырыу буйынса йомғаҡ яһағанда, уның популяр һәм күпләп һоралыуын билдәләргә була. Балаларҙан, уларҙың ата-әсәләренән һәм педагогтарҙан бихисап ыңғай баһалама алынды. Власть һәм Башҡортостан туризм тармағы вәкилдәренең килешеп эшләүе программа шарттарының үҙ ваҡытында һәм сифатлы үтәлеүен тәьмин итте һәм ҡатнашыусылар һанының дүрт тапҡырға артыуына булышлыҡ итте, – тине Рөстәм Афзалов. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.