18 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Башҡортостандың Почет грамотаһы менән Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының хирургия ярҙамы буйынса баш табибы урынбаҫары Антон Сафонов бүләкләнде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың июлендә ул операция мультидисциплина бригадаһын етәкләй, ул пациентҡа ҡан тамырҙары һәм артериялар шытып сыҡҡан шеште алып ташлай. – Антон Сергеевич уникаль операциялар үткәрә, иң ҡатмарлы осраҡтарға тотона. Быйыл ул республиканың “Иң яҡшы онкологы” булды, абруйлы “Алтын скальпель” премияһын алды, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Шулай уҡ 5 декабрҙә Рәсәйҙә билдәләнгән Ирекмән көнө уңайынан төбәк Башлығы Донбасста йәшәүселәргә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға әүҙем ирекмәнлек эшмәкәрлеге, гуманитар конвойҙар булдырыуҙа һәм оҙатыуҙа ярҙам иткәне өсөн “Башҡортостан Республикаһының ирекмәне” почёт билдәләрен тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр иҫәбендә – мәҙәниәт ирекмәндәре, ирекм