Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яңы препараттар етештереләсәк

Донъя кимәлендәге вуз-ара кампуста БДМУ ғалимдары яңы психотроп дарыуҙар әҙерләүҙе планлаштыра. Психотроп препараттар фармакологияһы лабораторияһы 2023 йылда булдырылған, уның маҡсаты психопатологияны дауалау өсөн дарыу препараттарының инновация молекулаларын әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Үткәрелгән тикшереүҙәр биологик әүҙем матдәләрҙең яңы класын өйрәнеүгә йүнәлтелгән. -Депрессияны дауалау өсөн яңы дарыу препараттарын әҙерләү фармакологияның өҫтөнлөклө бурысы булып тора. Сөнки был сирҙәр һуңғы йылдарҙа бөтә донъяла арта бара. Булған препараттар клиниканың һорауҙарын ҡапламай. Беҙҙең тикшеренеүҙәр киләсәктә был проблеманы хәл итергә ярҙам итә аласаҡ, - тине психотроп матдәләр фармакологияһы лабораторияһы мөдире Ирина Никитина. Лабораторияла тикшереүҙәр уҙғарыу өсөн тулы комплекс заманса фармакология ысулдары бар. Клиникаға тиклем һәм клиника тикшереүҙәренең тулы циклын уҙғарғандан һуң был молекулалар Рәсәйҙең яңы дарыу препараттары буласаҡ.