Рәсәй Президенты Владимир Путин 2024 йылда Президент һайлауында ҡатнашыу өсөн Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһына документтар тапшырҙы, тип белдерҙе Президенттың матбуғат секретары Дмитрий Песков. Владимир Путин һайлауҙа үҙ-үҙен күрһәтеүсе булып ҡатнаша. Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһындағы законға ярашлы, бының өсөн уға 500-ҙән кәм булмаған һайлаусылар төркөмөн булдырырға кәрәк була. Төркөм йыйылышы 16 декабрҙә үтте, ҡатнашыусылар бер тауыштан Владимир Путинды хупланы. Үҙәк һайлау комиссияһына тапшырылған документтар тупланмаһына кандидаттың һәм бөтә ҡатнашыусыларҙың шәхси мәғлүмәттәрен күрһәтеп, төркөмдө теркәү тураһында үтенес, йыйылыш протоколы, төркөм вәкилдәре исемлеге, кандидаттың уның һайлауҙа ҡатнашырға ризалығы тураһында ғаризаһы һәм башҡа бер нисә документ инә. Фото: kremlin.ru
Владимир Путин һайлау комиссияһына документтар тапшырҙы
18 декабря 202318 дек 2023
~1 мин