Найти тему
Башҡортостан гәзите

Азат Бадранов ҡыҙын ҡаршыланы

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрынының беренсе урынбаҫары, әлеге ваҡытта махсус хәрби операция билмәһендә хеҙмәт иткән Азат Бадранов өсөнсөгә атай булды. Был хаҡта Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов: “Махсус хәрби операция биләмәһендә командировкала саҡта һөйөнөслө хәбәр ишеттек: 13 декабрҙә "13-сө" позывнойлы яугирҙең ҡыҙы тыуған! Етмәһә, уның хәрби хеҙмәтенең 13-сө айында! Эйе, һүҙ беҙҙең алмаштырғыһыҙ "13-сө" – Азат Бадранов тураһында. 13 – бит уның яратҡан һаны", - тип яҙған ине. Ошо көндәрҙә сабыйҙы әсәһе менән балалар табыу йортонан Азат Бадранов үҙе ҡаршыланы. Әйткәндәй, Азат Шамил улы әле ҡыҫҡа сроклы отпускыла. Әлегә ҡыҙыҡайға ниндәй исем ҡушыуҙары тураһында хәбәр ителмәй. Беҙ ҙә Бадрановтар ғаиләһен ҡотлайбыҙ һәм сабыйҙың иҫән-һау, ата-инәле булып үҫеүен теләйбеҙ! Фото: Ильяс Батыргәрәевтең телеграм- каналынан