Әлеге ваҡытта республикала һауа торошоноң боҙолоуы күҙәтелә – температураның ҡапыл үҙгәреүе яуым-төшөмдөң артыуына килтерҙе, быға өҫтәп ел секундына 17 метр тиҙлек менән иҫәсәк. “Бындай һауа торошо юлдағы хәл-тороштоң ҡатмарлашыуына килтерә. Ошондай һауа шарттарында юл-транспорт ваҡиғаларына юл ҡуймау һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам итеү маҡсатында республиканың Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре әлеге ваҡытта автомобиль юлдарының проблемалы участкаларында хеҙмәт итә. Улар юлда ташланған транспортты булдырмау өсөн ҡар таҙартыу техникаһына ярҙам итә, патруллек итеү маршруттары буйынса үтә. Әгәр артыҡ ҙур ихтыяж булмаһа, водителдәргә мөмкин булғанса тораҡ пункттарҙан ситкә сыҡмаҫҡа кәңәш итәбеҙ, айырыуса төнгө ваҡытта. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә, аварияға килтереүе ихтимал булған киҫкен маневрҙар яһамаҫҡа кәрәк. Насар һауа шарттарында, көслө яуым-төшөмдә һәм күреү мөмкинлегенең сикләнгәндә юлдарҙа өҫтәмә хәүеф янай. Ҡараңғы ваҡытта яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарҙы (ҡышҡы осорҙа айырыуса көнүҙәк) файҙаланырға, шулай уҡ юл аша сыҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк”, – тип иҫкәртә халыҡты ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов. Фото: Владимир Шакиев.