Найти тему
Башҡортостан гәзите

Алкоголдең хәүефһеҙ дозаһы юҡ

Башҡортостанда Яңы йыл байрамы көндәрендә алкоголле эсемлектәрҙе артыҡ ҡулланыуҙы иҫкәртеү аҙнаһы дауам итә. Алкоголле эсемлектәрҙең һәр береһе хәүефле, тип иҫәпләй табиптар. Улар организмды яфалай, интектерә, ферментация һәм гормональ процестарҙы боҙа. Айырыуса кешенең кәйефенә тәьҫир итеүсе гормондар зыян күрә. Матдәләр алмашыныуы боҙолған, һимеҙлектән яфаланған, ашҡаҙан-эсәк һәм үт ташы сирҙәренә дусар кешеләр өсөн алкоголь айырыуса зарарлы. Спирттың бер грамында – ете калория. Был аҡһым һәм углеводтарҙағы калориянан күберәк, ә майҙағынан – аҙыраҡ. Иң мөһиме – “спирт” калориялары бөтөнләй буш! Уларҙа туҡлыҡлы матдәләр юҡ һәм матдәләр алмашыуға бер нисек тә ярҙам итмәйҙәр. Ҡайһы берәүҙәр йыш һәм самаһыҙ күп эсеүҙең зыянлы икәнен таный, ә һирәкләп аҙ-маҙ эсеүҙе хатта файҙалы тип иҫәпләй. Уларҙың фекеренсә, алкоголь ҡан баҫымын төшөрә, ҡан тамырҙарын киңәйтә һәм оҙайлы ғүмер кисерергә ярҙам итә. Тик күп тапҡырҙар үткәрелгән тикшереүҙәр уның киреһен дәлилләй. Алкоголдең хәүефһеҙ дозаһы юҡ! Байрамдарҙа һәм ял көндәрендә эсергә ғәҙәтләнгән кеше лә эскелек менән мауыҡҡан кеше кеүек үк һаулығына зыян килтерә, тик процесс аҡрыныраҡ бара. Шуға күрә сәләмәтлегегеҙгә иғтибарлы һәм һаҡсыл булырға, сағыу һәм мауыҡтырыс ғүмер кисерергә теләһәгеҙ, алкоголле эсемлектәрҙән баш тартығыҙ, ти табиптар. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.