Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәсәғүт ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Рәмил Ниғмәтуллин, Николай Сметанин, Рушан Закиров, Дмитрий Токарев һәм Валерий Курбатовтарҙың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәһенең, ҡатындарының һәм балаларының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм Валерий Курбатовтың туғанына генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Яугир һәләк булғандан һуң хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм героизмы өсөн наградаға лайыҡ булды. –Егеттәр Ватан өсөн ғүмерҙәрен бирҙе. Уларҙың һәр береһе ғүмеренең ахырынаса үҙенең бурысын үтәне. Улар ысын герой, һәм беҙҙең дөйөм бурыс – улар тураһында иҫтәлекте һаҡлау, – тине Радий Хәбиров. – Республика махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр ғаиләләре тураһында мотлаҡ хәстәрлек күрәсәк. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Республика кардиология үҙәгендә һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләрен һауыҡтырыу һәм реабилитациялау программаһы әҙерләнеүен иҫкә төшөрҙө. – Һеҙҙең үҙегеҙҙе һаҡлауығыҙ, сәләмәтлегегеҙҙе хәстәрләүегеҙ мөһим, күптәрегеҙгә ейәндәрегеҙҙе тәрбиәләргә ярҙам итергә кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Бындай ғаиләләргә ярҙам итеү – муниципалитеттар башлыҡтарының тәүге сираттағы бурысы. Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/173809.html