Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Ҡариҙел районының Яугилде ауылында – Бөрө - Таҙтүбә - Һатҡы автомобиль юлының 66-сы километрында бер юлы дүрт еңел автомобиль бәрелешкән: “Лада Ларгус”, “Лада Гранта”, “Тойота Камри” һәм “Тойота Королла”. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике кеше вафат була, ҡалғандары дауаханаға оҙатыла. Зыян күреүселәр араһында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин да була. Ул Өфөгә республиканың төньяҡ-көнсығышы буйлап эш сәфәренән ҡайтып килгән. Уның умрау һөйәге һынған, башы йәрәхәтләнгән. Мәғлүмәттәр буйынса, Айрат Рәхмәтуллин урындағы дауаханаға оҙатылған. Министрҙың водителе ауыр хәлдә, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Яңы йыл көндәрендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләйәсәк, даими рейдтар ойоштороласаҡ. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын һаҡлағыҙ! Фото: ufa1.ru
Аварияла зыян күреүселәр араһында һаулыҡ һаҡлау министры ла бар...
29 декабря 202329 дек 2023
~1 мин