Үрҙәге һүҙҙәрҙе тиҙҙән 60 йәшен билдәләйәсәк ир үҙенең тормошо хаҡында бәйән иткәндә әйткәйне. Республикабыҙҙың төньяҡ райондарының береһендә йәшәй ул. Ә был яҡтарҙа иң ғәзиз кешеләренә “әсәй” тип түгел, “инәй” тип өндәшәләр. Әйткәндәй, һүҙебеҙ был хаҡта түгел, ә сәсенә сал төшкән ирҙең яҙмышы тураһында. Дөрөҫөрәге: үҙе был хаҡта яҙыуҙы һораны. “Бәлки, кемгәлер фәһем булыр минең яҙмышым. Минең хатамды, бәлки, йәштәр ҙә, ололар ҙа ҡабатламаҫ”, – тине ул. Ысын исемен атамауҙы һорағас, Зәбир тип алайыҡ был ирҙең исемен һәм уның йәшлегенә әйләнеп ҡайтайыҡ. Әлбиттә, тиңдәштәренән бер нимәһе менән кәм дә, артыҡ та булмаған ул. Тик бына егеттең беренсе мөхәббәте һәм уға өйләнергә теләүе хаҡында һүҙ ҡуҙғатылғас, әсәй кеше улына: “Юҡ, ул ҡатынға һин өйләнмәйәсәкһең. Тиң түгел ул һиңә. Өҫтәүенә балаһы ла бар”, – тип ҡырт киҫкән. Улы бер нисә тапҡыр ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатып ҡараған, әсәһе лә, уның менән бергә атаһы ла һис ипкә килмәгән һәм никахҡа ризалыҡ-фатихаһын бирмәгән. “Фирүзәмде шул тикле