Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Андрей Назаров Башҡортостан тәжрибәһе тураһында һөйләне

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм төбәктең мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин Мәскәүҙә «Берлога» милли киберфизика платформаһының Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашты. Унда мобиль уйындар аша уҡыусыларҙы техник ижадҡа һәм технологик белем биреүгә йәлеп итеү буйынса проектты тормошҡа ашырыу тикшерелде. Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева Башҡортостанда «Берлога» киберфизика платформаһының нисек ғәмәлгә ашырылыуын юғары баһаланы. Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, «Берлога» платформаһы технологик белем алырға теләгән уҡыусылар өсөн старт майҙансығына әүерелә. Республикала уны ғәмәлгә индереү буйынса эште Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров контролдә тота. Платформаны үҫтереүгә Рәсәй төбәктәрен генә түгел, БДБ илдәрен дә йәлеп итеү планлаштырыла. Башҡортостан Премьер-министры Өфөнө балалар һәм үҫмерҙәр өсөн киберфизик йүнәлеште үҫтереү мәсьәләләре буйынса йыл да уҙғарылған сара үҙәге итеп билдәләргә тәҡдим итте. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22675/