Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров Мәсәғүт ауылындағы мәғариф учреждениеларында булды

29 декабрҙә Дыуан районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәсәғүт ауылының белем биреү учреждениеларында - лицейҙа һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә булды. Мәсәғүт лицейында Радий Хәбиров кластарҙы һәм ашхананы ҡараны, уҡытыусылар менән аралашты. 1972 йылда төҙөлгән учреждение 472 уҡыусыға иҫәпләнгән, ә быйылғы уҡыу йылында унда 1 070 бала уҡый. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров лицейҙың саманан тыш тулыланыу мәсьәләһен хәл итеү өсөн 2025 йылда Мәсәғүт ауылында яңы мәктәп төҙөргә ниәтләүҙәрен белдерҙе. Республика Башлығы лицейҙың беренсе класс уҡыусылары өсөн яңы йыл иртәлегенә лә инеп сыҡты, балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы. Шулай уҡ Дыуан районының Мәсәғүт ауылында Башҡортостан Башлығы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә булды һәм хоккей майҙансығында шөғөлләнгән балалар менән аралашты. Радий Хәбиров йәш спортсыларға спорт өлкәһендә уңыштар теләне һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең иң яҡшы 10 хоккейсыһын 10 февралдә "Өфө-Арена"ла үтәсәк «Салауат Юлаев» - «Аҡ Барыҫ» уйынына саҡырҙы. Фото: glavarb.ru