Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

”Ҡайнар сәләмдәрегеҙҙе тапшырып ҡайттыҡ”

Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин социаль селтәрҙә махсус хәрби операция зонаһына ҡылған сәфәр тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан. “Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары буйлап ҡына 1500 километр тирәһе юл үттек. Планлаштырылған бөтә пункттарҙа булдыҡ. Десантсылар, “Башҡортостан” полкының ремонт бригадаһы яугирҙәре, шайморатовсылар, артиллеристар, мотоуҡсылар менән осраштыҡ. Яҡташтарыбыҙға туғандарынан сәләмдәр, посылкалар, хаттар тапшырҙыҡ. Бынан тыш, десантсыларға автомобилдәр өсөн запчасть, артиллеристарға кер йыуыу машинаһы килтерҙек.Посылкаларҙы Вафа Әхмәҙуллин исемендәге разведка ротаһы егеттәренә лә тапшырҙыҡ. Фронт һыҙығындағы 170-тән ашыу кеше йәшәгән тораҡта ла булдыҡ. Балалар ҙа бар. Ауылды яңыраҡ ҡына азат иткәндәр, электр, газ һәм һыу менән тәьмин итеү тергеҙелмәгән ине. Уларға беҙ район эшҡыуарҙары тапшырған Яңы йыл бүләктәрен, юрған-мендәрҙәрҙе, аҙыҡ-түлекте килтереп еткерҙек. Яугирҙәр һәм үҙемдең исемдән гуманитар ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнашҡан Мәсетле р

Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин социаль селтәрҙә махсус хәрби операция зонаһына ҡылған сәфәр тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан. “Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары буйлап ҡына 1500 километр тирәһе юл үттек. Планлаштырылған бөтә пункттарҙа булдыҡ. Десантсылар, “Башҡортостан” полкының ремонт бригадаһы яугирҙәре, шайморатовсылар, артиллеристар, мотоуҡсылар менән осраштыҡ. Яҡташтарыбыҙға туғандарынан сәләмдәр, посылкалар, хаттар тапшырҙыҡ. Бынан тыш, десантсыларға автомобилдәр өсөн запчасть, артиллеристарға кер йыуыу машинаһы килтерҙек.Посылкаларҙы Вафа Әхмәҙуллин исемендәге разведка ротаһы егеттәренә лә тапшырҙыҡ. Фронт һыҙығындағы 170-тән ашыу кеше йәшәгән тораҡта ла булдыҡ. Балалар ҙа бар. Ауылды яңыраҡ ҡына азат иткәндәр, электр, газ һәм һыу менән тәьмин итеү тергеҙелмәгән ине. Уларға беҙ район эшҡыуарҙары тапшырған Яңы йыл бүләктәрен, юрған-мендәрҙәрҙе, аҙыҡ-түлекте килтереп еткерҙек. Яугирҙәр һәм үҙемдең исемдән гуманитар ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнашҡан Мәсетле районы халҡына һәм ирекмәндәргә ҙур рәхмәт белдергем килә. Беҙ бергә! Алты тәүлек эсендә 6700 километр юл үттек. Посылкаларҙы илтеүҙә ярҙам иткән райондың мәҙәниәт бүлеге водителдәре Роберт Ғәфиевкә һәм Фәрит Ғибаҙуллинға, эшҡыуарҙар Илья Топычкановҡа һәм Сергей Рудневҡа, урынбаҫарым Азамат Ҡәләмовҡа айырыуса ҙур рәхмәт”, – тип яҙа Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин. Фото: https://mechetlinskayalife.ru/news/novosti/2023-12-26/poezdka-k-boytsam-iz-mechetlinskogo-rayona-bashkirii-v-zonu-provedeniya-svo-3583096?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=68650649