28 декабрҙә Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында ла йыллыҡ эш һөҙөмтәләре буйынса бүләкләү тантанаһы үтте. Маҡтау ҡағыҙҙарын һәм рәхмәт хаттарын Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов тапшырҙы. “Башҡортостан” гәзитенең реклама һәм матбуғатҡа яҙылыу бүлеге мөдире Гөлсирә Сәхиеваға Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Маҡтау грамотаһы тапшырылды. Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә Берҙәм тауыш биреү көнөн ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан өсөн “Башҡортостан” гәзитенең дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире Рәмилә Мусинаға, фотохәбәрсе Айрат Нурмөхәмәтовҡа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Етәксеһе М.В. Забелиндың Рәхмәт хаты тапшырылды. “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивален ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан өсөн гәзиттең ауыл хужалығы бүлеге мөдире Лилиә Нуретдинова, Урал аръяғындағы үҙ хәбәрсебеҙ Кәримә Усманова Башҡортостан Республикаһы Хакимиәте Башлығы Етәксеһенең беренсе урынбаҫары У.Т. Килсенбаевтың рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.