Өфө ҡалаһының вуз-ара кампусы донъя кимәлендәге кампустарҙы үҫтереү буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урынды биләй. Һөҙөмтәләрҙе Мәскәүҙә «Фән һәм университеттар» милли проектының «Заманса кампустар селтәрен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә уҙған стратегик сессияла, РФ Фән һәм юғары белем министрлығында иғлан иттеләр. Баш ҡалаға кампустарҙы мәғлүмәти оҙатыу өсөн яуаплы 17 төбәк вәкилдәре йыйылды. «Медиалогия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре менән түңәрәк өҫтәл барышында медиаһөҙөмтәлелек индексын иҫәпләү мәсьәләләре тикшерелде, шулай уҡ кампустарҙы популярлаштырыу буйынса иң яҡшы төбәк тәжрибәләре менән таныштырҙылар. Беҙҙең «Хыялымдағы кампус» республика конкурсы иң яҡшы кейстарҙың береһе булып тора. Кампусты популярлаштырыу өсөн йәмәғәтселек фекере лидерҙары йәлеп ителгән. Стратсессияла ҡатнашыусылар 2024 йылға пландары тураһында һөйләне. Яҡын арала Өфөнөң юғары уҡыу йорттары араһындағы кампусы үҙ ишектәрен асасаҡ һәм яңы кимәлгә сығасаҡ. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22667/
Башҡортостан донъя кимәлендәге кампустарҙы популярлаштырыуҙа иң яҡшыһы булды
29 декабря 202329 дек 2023
~1 мин