“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Талбазы үҙәк район дауаханаһына яңы компьютер томографы ҡуйылды. Аппаратты урынлаштырыуҙың һуңғы этабы менән һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Роберт Иштуков һәм район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов танышты. Техниканы урынлаштырыу өсөн терапия корпусында биналарҙы ремонтлау һәм үҙгәртеп ҡороу эштәре башҡарылған. Аҙаҡ рентген лаборанттарын һүрәттәр төшөрөү күнекмәләренә өйрәтеү планлаштырыла. Рөхсәт итеү документтарын алыу менән кабинет эш башлаясаҡ. –Компьютер томографында тикшереү сирҙәрҙе иртә стадияла диагностикаларға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырасаҡ, – тип билдәләне Талбазы дауаханаһының баш табибы Азат Ҡотоев. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы т