Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ваҡытында яман шеште асыҡларға ярҙам иткән

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Яңауыл үҙәк район дауаханаһына ике видеобронхоскоп менән эндоскопик система ҡуйылды. Биш ай эсендә табиптар утыҙҙан ашыу тикшереү үткәрҙе. Яңы аппарат ярҙамында ике пациенттың бронх һәм үпкәһендә яман шештәрҙе ваҡытында асыҡлау һәм уларҙы дауалауға ебәреү мөмкин булды. Видеобронхоскоп тамаҡ, трахея һәм бронхтарҙы тикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Аппарат ғәҙәттә төрлө инфекцияларҙы, туберкулез, онкология сирҙәрен диагностикалауҙа, биопсия үткәреүҙә ярҙам итә. Заманса ҡорамал табиптарға, лимфа төйөндәренең зарарланыуы менән бәйле яман шештең билдәләрен еңелерәк асыҡларға булыша. –Федераль һәм республика программалары һөҙөмтәһендә беҙҙең эндоскопик бүлексә ҡорамалдарҙы тулыһынса яңыртты. Хәҙер беҙҙең видеобронхоскопия, видеогастроскопия һәм видеоколоноскопия үткәреү өсөн бик яҡшы матди-техник базабыҙ бар. Дөйөм алғанда, беҙ ошо аппараттарҙа ике меңдән ашыу тикшереү үткәрҙек, – тип билдәләне Азамат Ҡорбанов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.