Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Хәҙер үҙҙәрендә лә бар

Балаҡатай районының Яңы Балаҡатай ауылында “Мир” заманса кинозалды асыу тантанаһы уҙҙы. Ул "Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамында барлыҡҡа килде. Кинозал "Нефтсе" мәҙәниәт йортоноң элекке концерт залында урынлашҡан. Уны булдырыуға һәм техник йыһазландырыуға Рәсәй Федерацияһының Кино фондынан 9 миллион һум аҡса бүленгән. 2019 йылдан 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа фильмдар күрһәтеү өсөн шарттар булдырыу буйынса саралар “Мәҙәниәт” милли проектына индерелгән. Алты йыл дауамында Фонд ил буйынса кинозалдар селтәрен булдырыуға аҡса бүлә. Кинозал бөтә заманса кино күрһәтеү стандарттарына тап килә. Уңайлы тамаша залы 48 урынға иҫәпләнгән. Кино индустрияһы яңылыҡтарын күрһәтеү өсөн ҙур экран ҡоролған. Яңы кинозалға тәүге тапҡыр үҙҙәрен йәмәғәт тормошонда әүҙем күрһәткән район үҙәге мәктәптәре уҡыусылары саҡырылған, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ла булған. Улар өсөн Башҡортостан Башлығы булышлығында төшөрөлгән “Төньяҡ амурҙары” йәнһүрәте күрһәтелде. Был - тулыһынса Башҡортостанда төшөрөлгән беренсе тулы метражлы йәнһүрәт. "Район халҡын ошо тарихи ваҡиға менән ҡотлайым. Әгәр элек районда йәшәүселәр кинотеатрға күрше райондарға барһа, хәҙер уларҙың үҙҙәренең кинозалында кинопрокат яңылыҡтарын ҡарау мөмкинлеге бар", - тип билдәләне Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Балаҡатай районы хакимиәте.