Найти в Дзене

Бөйөк спортсыға арналды

Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһында ирекле көрәш буйынса СССР-ҙың беренсе спорт мастеры Нурулла Хисмәтуллин призына егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында спорт көрәше (ирекле көрәш дисциплинаһы) буйынса республика турниры үтте. Сара "Демография" милли проекты маҡсаттарына тура килә. Ярыштарҙа Удмурт Республикаһы, Татарстан Республикаһы, Һамар өлкәһе һәм Башҡортостан Республикаһының төрлө ҡала һәм райондарынан 150-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Ирекле көрәш буйынса СССР-ҙың спорт мастеры Нурулла Кәлимулла улы Хисмәтуллиндың исеме республиканың спорт ҡаҙаныштары тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Был юғары исемде ул Башҡортостанда беренселәрҙән булып яуланы. Уҡыусылар, хеҙмәттәштәре, дуҫтары, физик культура һәм спорт хеҙмәткәрҙәре уны хаҡлы рәүештә Рәсәй һәм республика спорты легендаһы тип йөрөтә. Данлыҡлы геройҙың уңышы Ишембай районының Йәнырыҫ ауылында башлана. Ишембай ҡалаһы көрәшселәре, призлы урындар яулап, лайыҡлы көрәште. Исмәғил Кәримов 75 килограмлыҡ ауырлыҡ үлсәмендә 1-се урын, Дмитрий Куров (50 килограмм) 3-сө, Фёдор Крамер (62 килограмм) 3-сө урын алды. Ишембай спортсылары тренеры - Радик Рәхимов. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Ишембай районы хакимиәте.