Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 28 декабрҙә республика юлдарында дүрт кеше һәләк булған. Иртән Өфө районында "Renault Sandero" менән "Лада Калина" бәрелешеү һөҙөмтәһендә бер юлы ике кеше һәләк булған һәм берәү зыян күргән. Көндөҙ Шишмә районында М5 "Урал" – Шишмә – Ҡырғыҙ-Миәкә втомобиль юлының 38-се километрында Әлшәй районында йәшәүсе 35 йәшлек ир идаралығындағы "Renault Mégane" автомобиль ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм "Hyundai Grand Santa Fe"менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә "Renault" водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат була. Бер сәғәттән һуң Ҡариҙел районында Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы автомобиль юлының 90-сы саҡрымында 51 йәшлек ир "Лада Гранта" автомобилендә 49 йәшлек йәйәүлене бәрҙергән. Фаразлауҙар буйынса, яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтары булмаған кейем кейгән булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә йәйәү китеп барған ир алған йәрәхәттәренән вафат була. Юл-транспорт ваҡиғалары буйынса тикшереүҙәр үткәрелә. Фото һәм мәғлүмәт сығанғы: @bash_gibdd