Башҡортостанда «Шыршы аҫтындағы бүләктәр» хәйриә акцияһы башланды. Был акция сиктәрендә ломаябарьер.рф сайтында ҡатнашыусылар иғәнә өсөн 2024 йылға яңы йыл теләген ала. Акция һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән, уларға тәм-том түгел, ә «дөрөҫ» бүләктәр кәрәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе барышында 2024 йылды Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр хаҡында хәстәрлек күреү йылы тип иғлан итте. Әгәр һеҙҙең үҙенсәлекле балаларға ярҙам итергә теләгегеҙ бар икән һәм һеҙ быны нисек эшләргә белмәйһегеҙ икән, был акция тап һеҙҙең өсөн. Мин үҙем акцияла ҡатнашам, Яңы йылға теләгемде һылтанма буйынса күрергә мөмкин https://youtu.be/wDRUsQ0_hws. “Әйҙәгеҙ, кәртәләрҙе бергә ватайыҡ!” - тип Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова барыһын дә акцияла ҡатнашырға саҡырҙы. - Быйыл йыл һайын уҙғарылған «Шыршы аҫтындағы бүләктәр» акцияһы темаһын «супергерой» һәләттәре менән бәйләргә ҡарар ителде. Балаларыбыҙға суперҡеүәттәр табырға ярҙам иткән һәр кем – «Супергерой». Әйҙәгеҙ, логопед, психолог, дефектолог һәм вокал уҡытыусыһы менән дәрестәргә мохтаж булған һаулыҡ үҙенсәлектәре булған 30 балаға ярҙам итәйек. Был балаларҙың тормошон яҡҡа үҙгәртәсәк һәм һуңғыларға «Супергерой» һәләттәрен яуларға ярҙам итәсәк!- тип һөйләне акцияны ойоштороусы, «Ломая барьеры» үҙәге директоры, Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Алина Хәбирова. «Ломая барьеры» үҙәге тәрбиәләнеүселәренә һылтанма буйынса суперҡеүәттәр табырға ярҙам итергә мөмкин , уңайлы сумманы һайлап, ҡыҙыл төймәгә баҫып. 2024 йылға үҙәктең дуҫтарының ихлас, дәртләндереүсе теләктәре ярҙам ҡулы һуҙыуға яуап итеп һәйбәт бонус буласаҡ. Улар араһында билдәле бизнесмендар, власть органдары вәкилдәре, спортсылар, артистар һәм телевидение йондоҙҙары буласаҡ. Акцияла ҡатнашыу буйынса бөтә һорауҙар - Алина Хәбироваға (+7-917-741-80-69). «Ломая барьеры» үҙәге эшмәкәрлеге Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың, инвалид балаларҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. 10 йыл эшләү дәүерендә үҙәктең проекттарында һәм сараларында ОВЗ менән 7000-дән ашыу бала, инвалид балалар ҡатнаша. Ломаябарьер.рф сайты эшләй, почтаға яҙырға мөмкин info@stereotipov.net