Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғынға ҡаршы иҫкәртеү эштәрен алып барыусы инструкторы Ришат Хижәпов ҡышҡы каникулда уҡыусыларҙы һаҡ һәм уяу булырға саҡыра, тип яҙа “Балтач таңнары” . Иҫкәртеү саралары бер балтастарға ғына ҡағылмай, әлбиттә. Күңелле каникул мәле бәлә-ҡазаһыҙ үтһен өсөн атай-әсәйҙәрҙең балаларға иғтибарлы булыуы талап ителә. Яңы йыл байрамы алдынан ихаталарҙа, урамдарҙа петарда шартлатыу, бенгаль уттарын яндырыу башлана. Балалар өсөн ҡыҙыҡлы тойолған уйындың “уймаҡ”ҡа әүерелгән саҡтары ла булғылап тора. Шуға күрә балаларҙы был хаҡта иҫкәртеү мөһим. Өйҙә биҙәлгән шыршылар ҙа хәүеф тыуҙыра, айырыуса яһалма шыршыларҙың күңелһеҙ хәлгә тарытыуы ихтимал. Төнгөлөккә уларҙы мотлаҡ һүндерегеҙ, тип киҫәтә инструктор. Яңыраҡ ҡына төбәктәрҙең береһендә гирлянда арҡаһында ут сығып, ғаиләнең йортһоҙ ҡалыуы, ҡатындың әсәһен һәм игеҙәк улдарын юғалтыу ҡайғыһын кисереүе барыбыҙ өсөн шаҡ ҡатырлыҡ ваҡиға булды. Көндәр һыуытыу менән хәүеф тағы ла арта төшә, электр приборҙарын һәм мейесте һаҡһыҙ ҡулланыу арҡаһында янғындар сыға. Балаларҙың ут менән уйнарға яратыуы билдәле, шырпыны уларҙың күҙенән алыҫҡараҡ йәшереп ҡуйырға онотмағыҙ. Ғөмүмән, ата-әсә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен балаларына аңлатып, иҫтәренә төшөрөп торорға бурыслы. Бәләкәстәргә кире өлгө күрһәтмәгеҙ, улар һеҙҙең һәр ҡылығығыҙҙы мотлаҡ ҡабатлаясаҡ. Урамда уйнау, саңғы һәм санала шыуыуҙың да үҙ ҡағиҙәһе, үҙ тәртибе бар. Транспорт гөжләп торған урындарҙа уйнау, тау шыуыу һөҙөмтәһендә бәләләр тыуып ҡына тора.Яңыраҡ баш ҡалала тау шыуғанда бер малайҙың машина аҫтына инеп китеүе хаҡында күптәр хәбәрҙарҙыр. Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, йылға-күлдә балыҡ тотаһыңмы, йорт, биналар ҡыйыҡтары эргәһенән үтәһеңме, һәр саҡ һаҡ булыу кәрәк. Тик торғанда башына ҡар-боҙ төшөп, бәләгә тарыуың да мөмкин. Бөтә иҫкәртеү ҡағиҙәләре тураһында һөйләп тә бөтөрөп булмаҫ, барыһы ла үҙебеҙҙән, һиҙгерлектән һәм иғтибарлы булыуыбыҙҙан тора. Фото: https://baltachtan.ru/news/novosti/2023-12-27/kyshky-kanikullar-tynych-tsen-3584125?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107258580