Яңы йыл алдынан Өфө районының Михайловка ауылында йәшәгән күп балалы Сөләймәновтар ғаиләһе яңы йортло булды. 10 бала әсәһе Анастасия бер нисә йыл инде торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һорап чиновниктарға мөрәжәғәт итеп ҡарай. 12 кешенән торған ғаилә 36,6 квадрат метр майҙан биләгән авария хәлендәге йортта көн күрә. Ниһайәт, йыл аҙағында ғаилә маневр фондынан торлаҡ алды. Уңайлы торлаҡ алыуҙы тиҙләтеүгә Халыҡ фронтының ҡыҫылыуы йоғонто яһаған. Сөләймәновтар бында үҙ йорттарын алыуға тиклем йәшәйәсәк. ”Беҙ ғаилә менән ошо йылдың башында таныштыҡ. Уларҙың ниндәй хәлдә йәшәүен күреп аптыраныҡ. Һыуыҡ, уңайлыҡтар юҡ, дәрес әҙерләргә урын юҡ. Күп балалы ғаиләне бындай ауыр хәлдә ҡалдырырға ярамай, тип уйланыҡ. Өфө районы хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек. Үтенес яуапһыҙ ҡалманы, Сөләймәновтар Яңы йыл алдынан яңы йорт асҡысын алды”, – ти Башҡортостан Республикаһындағы Халыҡ фронтының башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин. Балаларҙан бигерәк ата-әсә Яңы йыл бүләгенә шатланған. ”Беҙгә бында бөтәһе лә оҡшай, урын күп, иркен, йылы. Хәҙер һәр кемдең карауаты, дәрес әҙерләргә урыны буласаҡ. Беҙгә торлаҡлы булырға ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт!”– ти Анастасия Сөләймәнова. Фото: Башҡортостан Халыҡ фронты.