Бөгөн Өфөлә Рәсәй Президенты вазифаһына Владимир Путиндың кандидатураһын яҡлап ҡултамғалар йыйыу буйынса яңы нөктә асылды, ул баш ҡаланың “Һупайлы” сауҙа-сервис комплексында урынлашҡан. Был урынға килеүселәр ҡултамғаһын ҡуйған арала ошо эштә ҡатнашҡан ирекмәндәр менән һөйләшәм. “Беҙ Рәсәй Президентына Владимир Путиндан башҡа кандидатуралар күрмәйбеҙ, мин һөйләшеп һәм аралашып йөрөгән тиҫтерҙәремдең барыһы ла Владимир Владимирович өсөн тауыш бирергә йыйына”, – тиҙәр М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Кемран Асҡаров менән Башҡорт кооператив институты студенты Егор Елькин (фотола). Ҡултамғалар йыйыуҙа илебеҙҙең вайымһыҙ булмаған граждандары, ирекмәндәр, шулай уҡ “Йәш гвардия”, “Рәсәйҙең студент отрядтары” һәм башҡа йәштәр йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәре ҡатнаша. Ә был ике егет студенттарҙың төҙөлөш отрядтары штабынан икән, киләһе йәйге каникулда өсөнсө тапҡыр ошо отрядтарҙың береһе менән эшкә сығырға йыйыналар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 22 декабрҙә Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың төбәк һайлау штабы эшләй башланы, ә 23 декабрҙә Владимир Путинды Президент һайлауҙарында яҡлау буйынса ҡултамғалар йыйыу башланды. Рәсәй Президентын һайлау 2024 йылда өс көн дауамында – 15 марттан 17-һенә саҡлы барасаҡ. Автор фотоһы.