28 декабрҙә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда йыл дауамында парламент эшмәкәрлеген әүҙем яҡтыртҡан журналистарҙы, йәмәғәтселәрҙе тәбрикләү сараһы үтте. Унда Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, урынбаҫарҙары һәм комитет етәкселәре ҡатнашты. Бүләкләнеүселәр араһында “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре лә бар ине – баш мөхәррир урынбаҫары Алһыу Әһлиуллинаға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы, дәүләт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире Рәмилә Мусинаға “2023 йылдағы парламент тематикаһы буйынса иң яҡшы материал” конкурсында “Баҫма киң матбуғат саралары” номинацияһында III урын яулағаны өсөн диплом тапшырылды. Сара барышында Константин Толкачев һәм депутаттар корпусы вәкилдәре республика парламентының 2023 йылдағы эш һөҙөмтәләре тураһында һөйләне, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.