28 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш тәртибендә Белорет районының Тирлән ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәкте асыу тантанаһында ҡатнашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2018 йылдың декабрь айында Белорет районына эш сәфәрендә республика етәксеһе Радий Хәбиров Тирләндә 1938 йылғы бинала урынлашҡан мәҙәниәт йортона алмашҡа күп функциялы мәҙәниәт үҙәге төҙөргә күрһәтмә биргәйне. Яңы ике ҡатлы бинаны “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы төҙөгәндәр. Эште 2021 йылда башлағандар. Уның дөйөм майҙаны 3,2 мең квадрат метр тәшкил итә. Беренсе ҡатта китапхана, күргәҙмә зонаһы, гардероб, касса, гример һәм костюм бүлмәләре, 300 урынлыҡ тамаша залы, заманса яҡтылыҡ һәм тауыш ҡорамалдары менән йыһазландырылған сәхнә урынлашҡан. Икенсе ҡатта – 130 урынлыҡ балалар сәнғәт мәктәбе, тауыш яҙҙырыу студияһы, тренажер залы, санузеллы кейенеп-сисенеү, яҡтылыҡ һәм тауыш операторҙары бүлмәләре. Бинала йөк һәм пассажирҙар лифты ҡуйылған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Тирлән халҡын яңы социаль-мәҙәни