Найти тему
Башҡортостан гәзите

Дәмин Юланов пистолет бүләк иткән

Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов "Бәйләнештә" социаль селтәрендә түбәндәге һөйөнөсө менән бүлешкән. – Мөғжизәгә ышанабыҙ, улар тормошҡа аша, айырыуса Яңы йыл алдынан, – тигән Дәмин Марат улы. – Теләктәр шыршыһынан уйынсыҡ менән бергә хатты ҡулыма алдым – уны Яңы Николаевка ауылынан IV класс уҡыусыһы Динислам яҙған. Әйткәндәй, Динисламдың Ҡыш бабайға ике үтенесе бар икән. Беренсенән, махсус хәрби операциянан абзыйы ҡайтһын, икенсенән, пистолет-нерф тигән бластер уйынсығын уға бүләк итһен. Дәмин Марат улы әйтеүенсә, малайҙың икенсе теләген еңел үтәгәндәр. Ә бына тап ошо көндө Динисламдың абзыйы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтырын берәү ҙә көтмәгән. Туғандарҙың осрашыуын күҙ йәштәрһеҙ ҡарау мөмкин түгел. Мөғжизә бар ул. Динислам, мөғжизәгә ышан, шатлан һәм йылмай, һинең бөтә теләктәрең дә мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ. Фото: Дәмин Юланов.