Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әлиә Ҡарасурина- Төхвәтуллина ҡыҙға исем тапҡан, ә малайға юҡ...

Башҡорт һәм татар эстрадаһының иң матур һәм моңло пары Әлиә Ҡарасурина менән Ришат Төхвәтуллиндарҙың бәпәй көтөүҙәре тураһында хәбәр иткәйнек инде. Күптәр сабыйҙың кем буласағы тураһында йәш ғаиләгә төрлө һорауҙар биреп тә йонсота икән. Ҡайһылары хатта хәҙер модаға сыҡҡан "гендер-пати" яһарға теләүҙәре хаҡында ла ҡыҙыҡһына. Был һорауҙарға Әлиә яуаптар ҡайтарған. "Гендер-пати" яһамайбыҙ. Ришат сабый тыуғанса, уның кем булыуын да әйтергә ҡушманы. Иң мөһиме - һау-сәләмт булһын, тине. Исемдәргә килгәндә, "ваууу" матур исем, балама ҡушыр инем, тип әйтерлек исемдәр ишеткәнем юҡ әле. Ҡыҙҙарға минең варианттар бар, ә малайға юҡ. Һеҙҙән ярҙам кәрәк буласаҡ", - тип яҙған Әлиә үҙенең социаль селтәрҙәге дуҫтарына. Иң мөһиме: сабый һау-сәләмәт тыуһын, ә исеме табылыр әле. Фото: "Интертат"