Стәрлетамаҡ ҡалаһының Октябрьский ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы модулле табиплыҡ амбулаторияһы асылды. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһы структураһында һигеҙ табиплыҡ амбулаторияһы һәм 48 фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫәпләнә. Заманса бина яңы медицина ҡорамалдары һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Амбулаторияла терапия, педиатрия участкалары, стоматология, физиотерапия һәм прививка кабинеттары эшләйәсәк. Шулай уҡ биш урынлыҡ көндөҙгө стационар бар. Яңы амбулатория яҡын тирәләге ауылдарҙағы 1 700-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерәсәк. – Табиплыҡ амбулаторияһын иҫкеһе менән сағыштырырлыҡ та түгел. Бина яҡты, иркен һәм бик уңайлы. Яңы йыл байрамына шундай ҙур бүләк алдыҡ, бик шатбыҙ, – тине амбулаторияның өлкән шәфҡәт туташы Дарья Әхмәтшина. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифа