Дүрт йыл эсендә “Процестар фабрикаһында” “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (Национальный проект "Производительность труда" ) ҡатнашыусы предприятиеларҙан 1247 хеҙмәткәр уҡытылды, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. “Процестар фабрикаһы” - республиканың хеҙмәт етештереүсәнлеге тармағында төбәктең компетенциялар үҙәге нигеҙендә 2019 йылдың 26 декабрендә асылды. Был ваҡыт эсендә төрлө тармаҡтың йөҙләгән белгестәре һаҡсыл производство буйынса уҡыуҙар үтте. Уҡытыу махсус әҙерләнгән уҡытыу-производство майҙансығында алып барыла. - Быйыл 20 “Процестар фабрикаһы” ойошторолдо, унда 21 предприятиенан 274 белгес уҡытылды. Тренинг барышында ҡатнашыусылар тәжрибә туплай, белем ала. Фабрикала остаздар булып төбәктең компетенциялар үҙәге эксперттары сығыш яһай. Улар һаҡсыл ҡоралдар индереү тәжрибәләре менән уртаҡлаша”, - ти Республика Хөкүмәтенең Премьер -министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Моратов. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.