Танылған йырсылар ҙа үҙҙәре үк тултырылған ҡаҙ әҙерләй. Ана, Гүзәл Уразова хатта уны "Уразоваса ҡаҙ" тип тә атаған. Уның өсөн кәрәк: һимеҙ генә ҡаҙ, өс картуф, бер алма, 100 гр ҡара емеш, өс тырнак һарымһаҡ, бер сәй ҡалағы аджика, 100 гр майонез.Соусҡа: һарымһаҡ, аджика, майонез.Ҡаҙҙы 10-12 сәғәт тозло һыуҙа тотабыҙ(10 литр һыуға кг ярым тоҙ кәрәк). Шакмаҡлап туралған алма менән картуф, ҡара емеш, ҡырғыста ҡырылған һарымһаҡ,аджика, майонез ҡушып, ҡаҙ эсенә тултырабыҙ. Һуңынан уның өҫтөнә соус һылайбыҙ.Рукавкаға тығып, 230 градус эҫелектәге газ духовкаһында бер сәғәт тә 40 минут тотабыҙ. Яңы йыл менән! Табынығыҙ мул булһын! Фото: Гүзәл Уразова