Кушнаренко районының Ҡаҙарма ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Хәҙер мобиль пунктта 466 кеше тәүге медицина ярҙамын аласаҡ, шул иҫәптән 91 бала. Фельдшер-акушерлыҡ пунктына 19 йыллыҡ хеҙмәт стажына эйә фельдшер Резеда Саматова етәкселек итә. Модулле пунктта бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Инвалидтар өсөн пандус урынлаштырылған. Фельдшер кабинеты, процедура, пациенттар өсөн ҡабул итеү, персонал, медикаменттар һаҡлау бүлмәләре тейешенсә йыһазландырылған. – Ауыл халҡы хәҙер сифатлы тәүге медицина ярҙамын аласаҡ, диспансерлаштырыу үтәсәк. Шулай уҡ ошонда дарыуҙар һатып алырға, вакцина яһатырға, ЭКГ үтергә һәм дистанциянан тороп, кардиолог консультацияһын алырға мөмкин, – тип билдәләне Кушнаренко дауаханаһының баш табибы Илдар Баҡаев. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм с