Балтас районының Түбәнге Ҡарыш ауылында, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы модулле табиплыҡ амбулаторияһы асылды. Балтас районының хакимиәт башлығы Илгиз Субушев, район үҙәк дауаханаһының баш табибы Салауат Ғилметдинов, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкиле Булат Ғарифуллин тантаналы шарттарҙа ауылдаштарҙы яңы бинаның асылыуы менән ҡотланы. Табиплыҡ амбулаторияһы заманса медицина ҡорамалдары һәм йыһаздар менән тәьмин ителгән. Пациенттарҙы ҡабул итеү, педиатр, процедура, прививка кабинеттары һәм медикаменттарҙы һаҡлау бүлмәһе бар. Тәүге медицина ярҙамын 13 ауыл халҡы аласаҡ, был яҡынса ике мең кеше тигән һүҙ. Был участкала медицина ярҙамын участка терапевы Мальвина Шәйхетдинова, фельдшер Гөлшат Тәҡиуллина һәм шәфҡәт туташы Венера Хәбирова күрһәтәсәк. – Яңы бинаның асылыуына бик шатбыҙ. Бында бик уңайлы һәм яҡты, яҡшы эшләү өсөн бөтә шарттар бар, – тине Мальвина Шәйхетдинова. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға